Ҡаты һыуыҡтар Африкаға ла барып етте. Алжирҙың ҡайһы
бер райондары ҡарға күмелде. Бер нисә тиҫтә кеше һалҡындар ҡорбаны булды. Ҡалын
көрттәр арҡаһында юл йөрөү ауырлашты, ҡайһы урындарҙа юлдар бөтөнләй ябылды, ә
ауылдар тышҡы донъянан бүленеп ҡалды.
Властар бәләгә ҡалыусыларға ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша,
тик ул ярҙам бөтәһенә лә барып етмәй, күрәһең.
“Аҙыҡ та, яғыулыҡ та юҡ. Беҙ бында үлеп барабыҙ. Беҙҙә
бер кемдең дә ҡайғыһы юҡ. Власть юҡ, ярҙам итерҙәй бер кем дә юҡ һымаҡ,-”тип
зарлана ауыл ҡарты.
Урындағы халыҡ өсөн бындай түбән температура көтөлмәгән
бәлә булды. Ил иҡтисадына ҙур зыян
килде. Ҡар иртәме- һуңмы ирер, әммә “себер һалҡындары”н алжирҙар бик оҙаҡ иҫләр
әле.
Комментариев нет:
Отправить комментарий