пятница, 17 февраля 2012 г.

Германия президенты суд именлегенән мәхрүм ителеүе ихтимал.



Германия президенты  Кристиан Вульф бай эшҡыуарҙар менән дуҫлығы өсөн бик ҡиммәт түләүе мөмкин. Ганновер прокуратураһы федераль парламентҡа ил башлығын  енәйәт эҙәрләүе иммунитетынан мәхрүм итеү хаҡында һоратыу ебәрҙе. Прокуратурала белдереүҙәренсә, президенттың үҙ вазифаһын шәхси маҡсаттарҙа файҙаланыуына етерлек  нигеҙ бар, әммә тикшереү алып барыу өсөн Вульфты суд именлегенән мәхрүм итергә кәрәк.
Ғауға бер нисә аҙна элек башланып китте. Президент льготалы шарттарҙа кредит алыуы һәм таныш бизнесмендарының отпуск сығымдарын ҡаплатыуы өсөн тәнҡиткә дусар булғайны.
Кристиан Вульф был ғәйепләүҙәрҙән һәм отставкаға китеүҙән ҡырҡа баш тарта.
Шау- шыу 2010 йылда Вульфҡа президент булырға ярҙам иткән канцлер Ангела Меркельдең позицияларын да ҡаҡшатыуы ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий