пятница, 3 февраля 2012 г.

Туңыусы Европа.




Европала 160 кеше аномаль һыуыҡтарҙың ҡорбаны булды. Ҡайһы бер райондарҙа температура 35 градусҡа ҡәҙәр төшкән.
Сербияла  11 000 –дән ашыу кеше йәшәгән таулы ауылдарҙы ҡар баҫҡан.
Варшавала, асарбаҡтарға йылы аш биреү өсөн, махсус күсмә ялан кухнялары ойошторолған .  Аҙна башынан алып 29 асарбаҡ туңып үлгән.
Украинала ҡаты һыуыҡтар йәнә бер нисә көн торасаҡ әле. 60-тан ашыу кеше һалҡындар ҡорбаны булған. Илдә күп мәктәптәр эшен туҡтатҡан. Керчь боғаҙы туңған. Одесса сауҙа порты ла боҙ ҡоршауында.
Венгрияның төньяҡ- көнсығышындағы Фаркаслюк ауылында күп кеше эшһеҙ. Бирелгән пособие бындай һалҡындарҙа өйҙәрҙе йылытыуға етмәй, шуға күрә күптәр ябылған шахтаға барып,  күмер ҡаҙып ала.
Испанияла ла һалҡын. Каталония властары мәктәптәрҙә дәрестәрҙе туҡтатҡан. Сан- Себастьяндағы пляж боҙ менән ҡапланған. Илдең төньяғында һәм Балеар утрауында ла ҡар яуыуы һәм температураның төшөүе көтөлә.
Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, Европаның күп өлөшөндә ял көндәрендә һыуыҡ һыныр тип көтөлә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий