пятница, 3 февраля 2012 г.

“Үлем конвейере” етәксеһен ғүмерлеккә төрмәгә яптылар.




Апелляция процесы Канг  Кек Иеуға көтөлгән һөҙөмтә бирмәне. БМО ярҙамы менән үткәрелгән махсус суд ҡыҙыл кхмерҙар осороноң төрмә түрәһен ғүмерлеккә төрмәгә ябыуға хөкөм итте.
2010 йылдың июлендә Камбоджаның тәүге инстанция суды 69 йәшлек Иеуҙы 35 йылға төрмәгә ултыртыу хаҡында хөкөм сығарҙы. Әммә, төрмәлә ултырған ваҡытын иҫәпкә алып, ул 19 йылға ҡалдырылды.
Прокуратура, сығарылған хөкөмдө йомшаҡҡа һанап, апелляция бирҙе. Дуч ҡушаматлы Канг Кек Иеу үҙе лә, ҡыҙыл кхмерҙар иерархияһында яуаплы урын биләмәүенә һылтанып, хөкөм менән ризалашмайынса апелляция бирҙе.
Апелляция суды Дучты кешелеккә ҡарата, атап әйткәндә, 1975 йылдан 1979 йылға ҡәҙәр ул етәкселек иткән “Туол Сленг” төрмәһенең 14 мең тотҡононоң һәләк булыуында  ғәйепле тип тапты.
Был төрмәне үлем конвейерытип йөрөткәндәр. Дуч язалауҙар менән үҙе етәкселек итеүен таныны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий