суббота, 4 февраля 2012 г.

“Әл- Әхли”фанаттарына Мөбәрәк ҡулы барып еткәнме?



Ҡаһирәлә кесе йоманан бирле фанаттарҙың полиция менән бәрелеше туҡтамай. Көйәрмәндәрҙең белдереүенсә, матч ҡапҡан булған, тәртип һағында тороусылар “Әл-Әхли”клубы фанаттарының “ультрас”ын сәпкә алған.
"Мин “Әл-Әхли”көйөрмәне, был ваҡиғала мин полицияны ғәйепләйем. Ғәҙәттә беҙҙе стадионға тентеп индерәләр. Ә был юлы берәүҙе лә ҡарап торманылар.”
“Был ваҡиғалар алдан планлаштырылған. “Әл-Мәсри” көйәрмәндәренә уйынды боҙоу нимәгә кәрәк? Улар былай ҙа еңделәр һәм беренсе урынға сыҡтылар. Был бит ахмаҡлыҡ.”
Иң ҙур мысыр клубы фанаттары стадиондарҙа ғына билдәле түгел. Улар йыш ҡына полиция һәм хәрбиҙәр менән бәрелешә; бөгөн килеп үс ҡорбаны булыуҙарына улар шикләнмәй.
“Улар беҙҙе өҫкө ҡаттарҙан төртөп төшөрҙө, йығылыусылар һәләк булды. Полицейскийҙар уларҙы туҡтатырға ла маташманы. Миңә ике тапҡыр- ҡулыма һәм башыма бысаҡ менән тондорҙолар.”

”Ультрас”был ваҡиғала Мөбәрәк ҡулы уйнауына шикләнмәй: күптәре бер йыл элек президентты ҡолатыуҙа ҡатнашты бит. Ә Мөбәрәктең байтаҡ көрәштәштәре әле булһа власть башында тора, көс структураларында ла бар улар.

Мысыр парламенты ағзалары футбол фажиғәһен ентекле тикшереү яғында.

Мостафа Бакри, парламент депутаты:

“Был ваҡиғаларҙың төп маҡсаты-Мысыр дәүләтен емереү. Был- планлаштырылған акция. Билдәле бер төркөмдөң- иҫке режим ҡалдыҡтарының һәм сит ил кешеләренең планы был.”

“Әл-Әхли” клубының ғәрәп донъяһында 50 миллионлап көйәрмәне бар. Мысырҙа уның көйәрмәндәрен милли батырҙар тип иҫәпләйҙәр.

Тап улар Ҡаһирәгә Хөсни Мөбәрәккә тоғро ҡәбиләләрҙең башлыҡтары ебәргән дөйәләргә атланған һуғышсыларға ҡаршы сыға.

Уларға ҡаршы йәшерен һүҙ беркетеү хаҡындағы хәбәрҙәр уйҙырма булған хәлдә лә, футбол матчтарындағы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса бик күп һорауҙар ҡала.

/Ультрас-үҙ командаһын яҡлау, данлау өсөн ойошҡан көйәрмәндәр төркөмө/


Комментариев нет:

Отправить комментарий