вторник, 14 февраля 2012 г.

Гректар үҙҙәренең хәтирәләрен яндырҙы.



Афинала иң боронғо “Аттикон”кинотеатры хәтирәләрен йәлләп ҡайғыралар. Сыуалышта ҡатнашыусыларҙың тиҫтәләрсә бинаны, шул иҫәптән был боронғо  йортто яндырыуы Греция баш ҡалаһын тетрәндерҙе. Ул XIX быуатта уҡ төҙөлә, ә 1916 йылдан унда фильмдар күрһәтә башлайҙар. Юғалған хәтирәләр менән хушлашыу тантанаһында йөҙләп кеше ҡатнашты.
“Бындә бер нисә быуын Афина халҡы бөтмәҫ- төкәнмәҫ хис- тойғо байлығы алды, бында уларҙың өмөт-хыялдары тормошҡа ашты. Ә аҡылһыҙлыҡ, дыуамаллыҡ, асыу бер кистә уны юҡҡа сығарҙы.”
“Был ябай ғына бина түгел, был- ғүмеребеҙҙең бер өлөшө. Ошонда беҙ тәүге тапҡыр ҡатыным менән осраштыҡ. Иҫтәлектәремдең һәм тормошомдоң бер өлөшөн яндырып юҡ иттеләр.”
Сыуалыштар парламент илде дефолттан ҡотҡарыу хаҡында әңгәмәләшкәндә башланып китә. Минималь эш хаҡын һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәрен ҡыҫҡартыуға “юҡ!” тип әйтер өсөн, меңәрләгән кеше урамдарға сыға. Бер кинорежиссерҙың һүҙҙәре буйынса, ял көнөндә кинотеатр менән бергә гректар киләсәккә өмөттәрен дә үлтерҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий