понедельник, 13 февраля 2012 г.

Афина янғын эсендә.




Йәкшәмбе кис Афинаны янғындар солғап алды: анархистарҙың көрсөккә ҡаршы саралар менән риза булмаған төркөмө баш ҡала үҙәгендәге биналарға яндырғыс шыйыҡса һалынған шешәләр ырғытты.

Халыҡ менән шығрым тулы урамдарҙан дөрләп янған биналарға янғын һүндереүселәр оҙаҡ ҡына үтә алмай торҙо. Ул биналар араһында банкылар, кафелар, магазиндар һәм Афинала 1870 йылдан бирле эшләп килгән данлыҡлы “Аттикон”кинотеатры ла бар ине. Синтагма майҙанындағы һәм уға йәнәш торған Стадиу урамындағы 18 бина, янғын һүндереүселәр эште яйға һалғансы, бер нисә сәғәт янды.

Йәкшәмбе көндөҙ тиҫтәләгән мең кеше Синтагма майҙанына депутаттар хәл иткес тауыш бирергә йыйынған парламент бинаһы алдына йыйылды.

Ҡаршылыҡ акцияһы полиция менән аяуһыҙ бәрелешкә әйләнеп китте. Тәртип һағында тороусылар суҡмарҙар һәм йәш ағыҙыусы газ ҡулланды, манифестацияла ҡатнашыусылар уларҙы таштар, таяҡтар менән бәргеләне. Акцияла ҡатнашыусы 14 кеше дауаханаға оҙатылды, 8 полицейский ҙа тән йәрәхәттәре алды.

“Демократик илдә вандализмға һәм көс ҡулланыуға урын юҡ һәм беҙ быға түҙеп тормаясаҡбыҙ”,- тип белдерҙе премьер- министр Лукас Пападимос. Ул депутаттарҙы шантажға бирешмәҫкә һәм закон проектын ҡабул итергә саҡырҙы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий