понедельник, 13 февраля 2012 г.

Греция Евроберләшмә ҡуйған шарттарға риза булды.


Греция парламенты, йәкшәмбелә, төнгә ҡәҙәр барған ҡыҙыу бәхәстәрҙән һуң, Евроберләшмә һәм Халыҡ-ара валюта фонды менән яңы кредит килешеүе хаҡындағы закон проектын ҡабул итте.
Был килешеү Грецияға Евроберләшмәнән һәм Халыҡ- ара валюта фондынан 130 миллиард финанс ярҙамы алырға, шулай уҡ шәхси кредит хужаларына тейешле 100 миллиард бурысты иҫәптән сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Быға яуап рәүешендә илдә ҡаты финанс тәртип булдырыуҙы талап итәләр.
Минималь эш хаҡы 22 процентҡа, 25 йәшкә ҡәҙәр йәштәргә-32 процентҡа ҡәҙәр, пенсиялар 7-15 процентҡа кәметеләсәк. Бынан тыш дарыуҙарға сығымдар ( 1 миллиард евронан ашыуға), хәрби сығымдар ( 300 миллионға) һәм дәүләт инвестициялары ( 400 миллионға) ҡыҫҡартыласаҡ. Хосусилаштырыуҙың яңы графигы төҙөлә, ә 15 мең дәүләт хеҙмәткәре яйлап эштән сығарыласаҡ.
Оппозизиция был закон проектының конституцияға ҡаршы килеүен таныуҙы талап иткәйне, әммә күпселеге идара итеүсе фирҡә депуттарынан торған парламентта улар яҡлау тапманы.
Йома яңы экономик сараларға ҡаршылыҡ йөҙөнән коалициянан ҙур булмаған милләтселәр фирҡәһе сыҡты.




Комментариев нет:

Отправить комментарий