понедельник, 13 февраля 2012 г.

Уитни Хьюстон үлеменең сәбәбен бер нисә аҙнанан һуң хәбәр итәсәктәр.


Америка йырсыһы Уитни Хьюстондың мәйетен ярғанда, үпкәһендә һыу булыуы асыҡланған. Был факт уның, ваннала йоҡлап китеп йәки иҫтән яҙып, һыуға тонсоғоуын раҫлай.
Тикшереү шуны асыҡлаған: вафат булыр алдынан Хьюстон иҫерткес эсемлек ҡулланған. Уның ҡунаҡханалағы номерында антидепрессанттар табылған, ә уларҙың алкоголь менән ҡушымтаһынан кеше йоҡлап китеүе йәки иҫтән яҙыуы ихтимал.
“Беҙ мисс Хьюстондың мәйетен ярып ҡараныҡ,- тине Лос- Анджелестың прокурор ярҙамсыһы .-Әммә үлем сәбәбен әлегә хәбәр итә алмайбыҙ. Токсикологик экспертиза кәрәк, ул иһә 6-8 аҙнаға һуҙылыуы бар.”
Уитни Хьстон Лос- Анджелестың Beverly Hilton ҡунаҡханаһында үлгән, уға 48 йәш булған. Отель хеҙмәткәрҙәре йырсыны иҫтән яҙған килеш ваннала тапҡандар.
Лос- Анджелеста Гремми премияһын тапшырыу тантанаһында данлыҡлы йырсыны доғалар һәм Хьюстондың “I Will Always Love You” йыры менән хөрмәтләп иҫкә алдылар. Хьюстон үҙе был премияға 6 тапҡыр лайыҡ булды.




Комментариев нет:

Отправить комментарий