пятница, 10 февраля 2012 г.

Испандар Гарсонға ҡарата сығарылған хөкөм менән риза түгел.



Испания баш ҡалаһының Пуэрта- дель-Соль тип аталған үҙәк майҙанына бер нисә мең кеше манифестацияға сыҡты. Улар Юғары судтың судья Бальтасар Гарсонды 11 йылға суд эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүҙән тыйыуына риза түгел. Йыйылыусылар Гарсонға үҙҙәренең теләктәшлеген белдерҙе.
Акцияла ҡатнашыусылар һөйләй:
-Коррупция менән көрәшергә тейешбеҙ, тип уйлайым, тик был йәһәттән хәҙер эштәр алға бармай. Нимә эшләргә мөмкин һуң, тип уйланып килдем мин бында.


-Мин бик хафаланам, сөнки беҙҙең суд системаһы -Франко заманынан ҡалған суд системаһы. Гарсон һәр айырым осраҡта нормаль процедура юлы менән хөкөм сығарырға тырышты һәм шул арҡала яуапҡа тарттырылды.
Суд, телефон аша һөйләшеүҙәрҙе тыңлау законға ҡаршы килә тип табып, хөкөм сығарҙы. Гарсондың ғәйебе шунда: ул полицияға “Гуртель эше буйынса”адвокаттарҙың һәм уларҙың клиенттарының һөйләшеүҙәрен яҙып алырға рөхсәт биргән. Һөйләшеүҙәр барышында алынған мәғлүмәт ҙур енәйәт төркөмөн фашларға ярҙам итеүен суд иғтибарға алмаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий