Афинала ике көнгә бөтә
йәмәғәт транспорты туҡталды. Планда ҡаралған минималь эш хаҡын, пенсияларҙы
кәметеүгә һәм 15 мең эш урынын ҡыҫҡартыуға ризаһыҙлығын белдереп, илдең эре
профсоюз берекмәләре эш ташланы.
Евроберләшмә Афинаға яңы талаптар ҡуя. Грецияға 130 миллиард
күләмендәге финанс ярҙамы бүлеү хаҡындағы ҡарар киләһе аҙнаға ҡәҙәр
кисектерелә. Евроберләшмә Афинанан дәүләт сығымдарын ҡыҫҡартыу менән бәйле бөтә
талаптарҙың да үтәлеүен көтә. Талаптың береһе- парламенттың ҡаты экономия
планын ҡабул итеү.
Оҙайлы һөйләшеүҙәрҙән
һуң премьер- министр Лукас Пападимостың “техник ”хөкүмәте илдең иң эре өс
фирҡәһе ярҙамында дәүләт сығымдарын экономиялау сараларының яңы пакетын ҡабул
итте.
Апрелдә Грецияла
һайлауҙар үтәсәк һәм Евроберләшмә яңы властар раҫланған ҡаты экономия
программаһы талаптарын үтәүҙән баш тартыуы ихтимал, тип хәүефләнә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий