пятница, 10 февраля 2012 г.

Рәсәй Федерацияһы башлығына кандидаттар һайлауҙарға әҙерләнә.



Рәсәйҙең иң ҙур ике оппозиция фирҡәһе етәкселәре, РФКФ башлығы Геннадий Зюганов һәм РЛДФ башлығы Владимир Жириновский, һайлау алды фекер алышыуҙарын дауам итте. Улар бер- береһенә һөжүм итеп маташманы, көстәрен берләштереп, илдәге хәлдәрҙе тәнҡитләне. Уны нисек яҡшыртырға? Әңгәмә аҙағында Владимир Жириновский Владимир Путиндың быны белеүенә шик белдерҙе.
“Был һорауға яуап биреү уға ҡыйын буласаҡ. Ул 13 йыл власть башында, 1999 йылдан бирле. Бәлки, ул үҙе ғәйепле лә түгелдер, әммә 13 йыл эсендә бик күп кире нәмәләр булды,-”тип белдерҙе ул.
Президентлыҡҡа кандидат Михаил Прохоров ОБСЕ миссияһы күҙәтеүселәре менән осрашыу барышында ғәҙел һайлауҙар яҡлы булыуын әйтеп үтте:
”Әгәр беҙ ғәҙел һайлауҙар өсөн көрәшмәһәк, улар ғәҙел булмаясаҡ,-”тине ул.
Советтар Союзының элекке президенты Михаил Горбачев, Мәскәүҙә Халыҡ- ара университет студенттары алдында сығыш яһап, президент булып алғас, Владимир Путиндың реформалар башлауына ышанмауын белдерҙе.
“Уны әрләргә йыйынмайым. Байтаҡ файҙалы эштәр башҡарҙы ул, әммә шунан артыҡ китә алмаҫ тигән фекерҙәмен.”
Владимир Путин киреһенсә уйлай. Уның ҙур пландары бар. Ҡайһы берҙәре хаҡында ул Рәсәй эшҡыуарҙары элитаһы менән әңгәмә барышында һөйләне. Ул 20 йыл булып үткән, хәҙер ҙә ҙур бәхәстәр тыуҙырған хосусилаштырыу мәсьәләһенә лә ҡағылды, зиннәтле әйберҙәргә һалымды ла урап үтмәне. Путин миллиардер Рашниковтан был һалымға мөнәсәбәте хаҡында һораны. Тегеһенең албырғап ҡалыуы премьер- министрҙың да, башҡаларҙың да кәйефен күтәреп ебәрҙе.



Комментариев нет:

Отправить комментарий