четверг, 9 февраля 2012 г.

Зубрҙар һәм бүреләр Украина ҡалаларына күсенә.


Өйрәктәр, бүреләр һәм һеләүһендәр Киевҡа һәм башҡа ҡалаларға ағыла. Сатнама һыуыҡтар, төнөн термометр бағанаһы -30 градусҡа ҡәҙәр төшә, урман кейектәрен кешенән ярҙам эҙләүгә этәрә. Таш джунглиҙарҙа, ғәҙәттә, бер нисә градусҡа йылыраҡ була. Һыу, аҙыҡ табыуға ла өмөт ҙурыраҡ. Экологтар, һыуыҡтарға ҡарамаҫтан, уҡытыусыларға уникаль мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға, биология дәрестәрен һирәк осрай торған ҡоштар йыйылған ерҙә  уҙғарырға кәңәш итә. Ҡыр хайуандары бөтөнләй ҡурҡыныс түгел, тип иҫкәртә улар.
“Бәләкәйерәк ҡалаларға, ауылдырға хатта зубрҙар ҙа килеп инә, улар аслыҡтан интегә, бесән, үлән булмағас, улар ябай һыйырҙар шикелле кешегә килә, ашарға һорай,-”тип һөйләй эколог Володимир Борейко. Ҡаты һалҡындар арҡаһында Украинала ҡоштар ҡышларлыҡ туңмаған йылға- күлдәр ҡалмаған. Экологтар кешеләрҙе хайуандар менән яғымлыраҡ булырға, имен- аман ҡышларға мөмкинлек биреү өсөн, уларҙы ашатырға өндәй.
 Евгения Руденко. “Евроньюс”. Киев.


Комментариев нет:

Отправить комментарий