понедельник, 27 февраля 2012 г.

АҠШ: мосолмандар артынан күҙәтергә мөмкинме?




Ислам активистары артынан күҙәтеүҙәр ойошторолоу Америка Ҡушма Штаттары мосолман диаспораһының асыуын ҡабартты. Ғауға сығыуға Нью-Йорк полицейскийҙарының күрше штаттарҙа, айырым алғанда, Нью- Джерсиҙа оператив саралар үткәреү сәбәпсе булған. Әйтеүҙәренсә, тәртип һағында тороусыларҙың быға хоҡуғы булмаған.
“Бөтә эштәр законлы рәүештә, конституцияға ярашлы башҡарылды,-тип белдерҙе Нью-Йорк мэры Майкл Блумберг.-Тикшереү алып барыу маҡсатында полицейскийҙар штат сиктәре аша үтергә хоҡуҡтары бар. Улар веб- сайттарҙы күҙәтә, закон боҙған активистарҙы асыҡлау, уларҙың эшмәкәрлеге нимәгә килтергәнен билдәләү өсөн телевизор ҡарай ала. Беҙ кешеләрҙең расаһына һәм диненә ҡарап эҙәрлекләмәйбеҙ.”
Мосолман ойошмалары башлыҡтары иһә был сараларҙы граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоу, тип ҡарайҙар.
Был конституция менән ярашмай, был американса түгел. Сәбәп булһа, тикшерергә кәрәк, тик гражданлыҡ азатлығын хәүеф аҫтына ҡуймай ғына,-”тип иҫәпләй Пассаик графлығындағы мосолман үҙәге етәксеһе Мөхәммәт әл-Филали.
Нью-Джерси штаты Пэтерсон ҡаласығындағы Ғүмәр мәсете полиция күҙәтеүе аҫтындағы мәсеттәрҙең береһе булған. Мәсеттең сәркәтибе полицейскийҙарҙан мәсеткә йөрөүселәр араһында табылған террористар иҫәбен белгеһе килә.
“Миңә ҡарата көс ҡулландылар. Минең шәхси тормошома берәүҙең дә ҡыҫылырға хаҡы юҡ, ә улар быны эшләне. Минең арттан күҙәтеү ойошторғандарҙы табыу өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкмен һәм яуапҡа тарттырасаҡмын,-”ти мәсеткә килеүселәрҙең береһе.
Нью-Йорктың терроризм хәүефен тикшереү менән шөғөлләнгән департаменты иң эреләрҙән иҫәпләнә, унда йәмғеһе 1000 кеше. Полиция үҙенең енәйәткә ҡағылышы мөмкин булғандарҙы оператив эҙләү хоҡуғын яҡларға йыйына.

Комментариев нет:

Отправить комментарий