понедельник, 27 февраля 2012 г.

Кремлгә мөрәжәғәт: Садовыйҙағы йәнле сылбыр ғәҙел һайлауҙар талап итә.


 Мәскәүҙәр- “Ғәҙел һайлауҙар яҡлы.”Аҡ таҫмалар менән ҡоралланып, һалҡын йәкшәмбе көнөн мәскәүҙәр Садовыйҙа үткәрҙе. Баш ҡаланың түңәрәк автомагистрале 15,5 километр. Акцияла ҡатнашыусыларҙың маҡсаты, ҡулға-ҡул тотоноп ҡулсаны ябыу.
Һүҙ акцияла ҡатнашыусыларға:
“Илдә һайлауҙар менән булған нәмәләр миңә оҡшамай, тип әйтмәксемен. Беҙ бары ғәҙел һайлауҙар ғына талап итәбеҙ, ғәҙел һайлауҙар.”
“Балаларыбыҙҙың киләсәге яҡты булыуын теләйбеҙ, шуға күрә беҙ бында.”
Был акцияны рухландырыусылар- Һайлаусылар лигаһы, әммә ойошмаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, журналист Сергей Пархоменко әйтеүенсә, был-йәнле сылбырҙа ризаһыҙлыҡ белдергән һәр кемдең айырым мөрәжәғәте лә бар.
“Шул ҡәҙәр халыҡтың мөрәжәғәтенә ҡолаҡ һалмау мөмкин түгел, үҙегеҙ ҡарағыҙ, ана улар күпме. Был бит аҡылдан шашҡан йөҙләгән энтузиаст түгел. Улар менән кемдер идара итә, тип әйтеп булмай. Был акция менән кем идара итә? Кем бында ойоштороусы? Бер кем дә . Улар үҙҙәре ойошҡан. Урамдарға сығыуҙың кәрәклеген тойоп сыҡҡан улар,-”ти Сергей Пархоменко.
Полиция иҫәпләүе буйынса, Садовый Ҡулсаһына 11 мең тирәһе кеше сыҡҡан. Әммә аныҡ иҫәпте берәү ҙә белмәй кеүек.
Cадовый Ҡулсаһын ябыу өсөн, 34 мең кеше ҡулға- ҡул тотоноп торорға тейеш. Күреүебеҙсә, был акцияла халыҡ байтаҡҡа күберәк.
Александр Шашков. “Евроньюс.



Комментариев нет:

Отправить комментарий