Владимир Путиндың тыуған ҡалаһы Санкт- Петербургтың
меңәрләгән халҡы шәмбе көн Рәсәй премьерынынң отставкаға китеүен һәм ғәҙел
һайлауҙар үткәреүҙе талап итеп урамдарға сыҡты. Колонна башына Мәскәүҙән килгән
оппозиция башлыҡтары Алексей Навальный, Гарри Каспаров һәм Сергей Удальцов
баҫты. Рәсәйҙә ҡаршылыҡ акциялары фальсификацияуға юл ҡуйылған декабрҙәге
парламент һайлауҙарынан бирле туҡтамай.
Гарри Каспаров, рәсәй оппозицияһы лидеры:
“Ул (Путин) беҙҙең менән осрашасаҡ, Рәсәй халҡы менән
осрашасаҡ. Уны үҙенә тейешле урынға ебәрә алабыҙ беҙ. Путиндың өсөнсө срогы
төрмә срогы буласаҡ.”
Мәскәүҙә шәмбе көн 12 участкала һайлауҙар “репетицияһы
уҙғарылды”.Бюллетендәргә Александр Македонский, Наполеон Бонапарт, Петр-I,
Уинстон Черчилль һәм Сынғыҙхан исемдәре индерелгәйне. Ҡалған бөтә нәмә 4 мартта
буласаҡ һайлауҙарға оҡшатып эшләнде. Властар Владимир Путин талабы буйынса
урынлаштырылған видеокамераларҙы күрһәтте. Рәсәй премьеры һәм президентлыҡҡа
кандидат ошо рәүешле йәмәғәтселекте һайлауҙарҙың мутлашыуҙарҙан азат булыуына
ышандырырға тырыша.
Комментариев нет:
Отправить комментарий