вторник, 28 февраля 2012 г.

Рәсәй иҡтисады: яңы һайлауҙар, иҫке проблемалар.


Думаға һайлауҙарҙан һуң Рәсәйҙә башланған ҡаршылыҡтарҙың этәргес көсө булып “креатив синыф”тора: был -юғары килемле ҡала халҡы. “Бында һеҙҙе нимә алып килде?”- тигән һорауға уларҙың береһе шулай тип яуап бирҙе:”Сәйәси һәм иҡтисади ғәҙелһеҙлек, бөтә нәмәлә ғәҙелһеҙлек.”
Эшҡыуар Павел Жариков үҙ ғүмерендә күп нәмә менән шөғөлләнгән, кухня йыһазы магазиндары ла булған. Павелдың фирмаһын, үҙенең һүҙҙәре буйынса, рейдерҙар тартып алған. Хәҙер ул, Рәсәй эшҡыуарҙары профзоюзын төҙөп, уның сәркәтибе булып алған.
“Рәсәйҙең дөйөм иҡтисадын алып ҡарағанда, сеймал активын иҫәпкә алмағанда, рәсәй иҡтисадының 20 проценты эффектлы эшләй. Әммә ул тәүге сиратта Владимир Владимировичтың хеҙмәте түгел, Көнбайышта уҡып ҡайтып, уларҙан өйрәнеп, көнбайыш форматын Рәсәй шарттарына күсергән әүҙем тормош позицияһында торған кешеләр хеҙмәте.”
2000 йылда, Владимир Путин Рәсәй президенты булғанда, ил 1998 йылғы көрсөктән һәм дефолттан һуң саҡ баш күтәрә генә башлағайны. Властар алдында мөһим бурыстар тора ине: тышҡы бурыстарҙы кәметеү, сәнәғәтте аяҡҡа баҫтырыу, иҡтисади үҫеште тәьмин итеү, иҡтисадтың тәбиғи ресурстарҙы экспортлауға бәйлелеген кәметеү.
Бөгөн Рәсәйҙә ВВП- һатып алыу мөмкинлеге паритеты буйынса донъяла 6-сы урында. Ил, 16 йылға һуҙылған һөйләшеүҙәрҙән һуң, ВТО-ға инә, уның алтын резервы- өсөнсө урында, 90 йылдар менән сағыштырғанда халыҡтың тормош кимәле яҡшырҙы, инфляция иң түбән кимәлгә төштө (уҙған йылғы күрһәткестәр буйынса 4,2%).
Тик был һандар артында нимә тора? Экспорттың дөйөм структураһында нефтте һәм газды экспортлау ҡырҡа артты. Илдең именлеге сеймалға донъя хаҡтарының үҙгәреүенә бәйле булып ҡалды, яңы ғына булған көрсөк быны асыҡ күрһәтте. 10 йылға һуҙылған күтәрелештән һуң, 2008 йылдың аҙағында һәм 2009 йылда  Urals маркалы рәсәй нефтенә хаҡтар төшөү сәбәпле, илдә иҡтисадтың түбәнәйеүе күҙәтелде. 2008 йылдың йәйендә нефттең бер барреле 140 доллар торһа, киләһе йыл уртаса хаҡтар 60 долларға төштө.
“Ләкин ул саҡта мөһимерәк мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк ине,- тип иҫәпләй Дәүләт Думаһының иҡтисад сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет етәксеһе Игорь Руденский.-2000 йыл башында беҙ тышҡы бурыстарҙы түләй башланыҡ, шуға күрә 2000 йыл башында иҡтисадты тулыһынса диверсификациялау мөмкин булманы, 160 миллиард күләмендәге ҙур бурыс беҙҙең үҫешкә ҡамасауланы. Ошо бурыстарҙы тулыһынса тиерлек түләп бөтөү менән, беҙ иҡтисадтың төрлө секторҙарына ярҙамды башланыҡ.”
Ысынлып та, Үҙәк банк мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙең дәүләт бурысы ҙур түгел-33,5 миллиард йәғни ВВП буйынса 3 проценттан артыҡ түгел. Әйтергә кәрәк, Рәсәй корпорацияларының бурысы 500 миллиард доллар. Әммә был да Европа менән сағыштырғанда насар түгел. Шуға ҡарамаҫтан капитал сит илдәргә ағыуҙан туҡтамай, мәҫәлән, Үҙәк банк мәғлүмәттәре буйынса, ғинуарҙа ғына ла 11 миллиардтан алып 17 миллиардҡа ҡәҙәр аҡса сығарылған.
Һүҙ Юғары иҡтисад мәктәбенең макроиҡтисад тикшеренеүҙәре буйынса директоры Сергей Алексашинға:
 “2000 йылда нефть һәм газдан килгән килем Рәсәй федераль бюджетының 25 процентын тәшкил итә ине, хәҙер иһә ул- 50%. Нефть хаҡтарына бәйле түгелбеҙ тип шунан нисек әйтәһең? Сәбәптәре лә ҡатмарлы түгел: Рәсәйҙә инвестиция климаты насарая. Владимир Путиндың президент йәки премьер булып торған осоронда Рәсәй бөтә халыҡ- ара конкурентлыҡ, коррупцияға ҡаршы эштәр, эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттары  рейтингыларында артҡа тәгәрәне. Ҡыҫҡаһы Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү йылдан- йыл ауырлаша.”
Хәҙер, Владимир Путин өсөнсө тапҡыр Кремлгә ҡайтырға маташҡанда, ил алдында 12 йыл элек торған мәсьәләләр актуаль булып ҡала килә. Рәсәйгә элеккесә “сеймал энәһенән”ҡотолорға һәм иҡтисадты модернизацияларға кәрәк. Властар бер туҡтауһыҙ коррупция, бюрократия менән көрәш хаҡында һөйләһә лә, 2000 йылдан бирле хәлдәр мөшкөлләнде генә. Өҫтәүенә Рәсәйҙең яңы башлығына 12 йыл элек булған көрсөккә ҡарағанда ла ҡеүәтле һәм глобаль булған көрсөккә ҡаршы торорға тура киләсәк.
/креатив- ифрат талантлы, билдәле ҡалыптарға һыйып бөтмәгән,
паритет- төрлө ил валюталарының алтынлата нисбәте,
диверсификация- етештерелгән тауарҙарҙы төрләндереү/



Комментариев нет:

Отправить комментарий