среда, 29 февраля 2012 г.

Һайлау алдындағы Рәсәй сит ил кешеләре күҙлегенән.




Рәсәйҙәге президент һайлауҙарына ҡәҙәр һанаулы ғына көндәр ҡалды. Бюллетендә 5 кандидат. Араларында бөтөнләй яңы кеше лә бар : миллионер һәм үҙ аллы эш алып барыусы Михаил Прохоров. Һуңғы һорашыуҙар буйынса, Владимир Путин- хөкүмәт етәксеһе һәм өсөнсө президент срогына кандидат, тәүге турҙа уҡ еңәсәк.
Рәсәйҙә күптән йәшәүсе сит ил кешеләре илдәге ваҡиғалараҙы нисек баһалай икән?
Жиль Шенессо- Француз- рәсәй сауҙа палатаһының вице- президенты һәм Царь- вояж турагенствоһының коммерция директоры. Ул Рәсәйгә 1981 йылда килгән һәм тороп ҡалған.
“Паис” испан гәзитенең шеф- корреспонденты Мария Пилар Бонет Кардона Мәскәүҙә 1984 йылдан бирле эшләй.
Британия журналисы Тони Халфин 2005 йылда “Таймс”гәзитенең рәсәй корпункты етәксеһе булып киткән.
Улар өсөһө лә бер үк фекерҙе белдерҙе: Путиндың президент булып эшләү осорон баһалағанда һәм ил үткән юлды билдәләгәндә, ул 2000 йылда илде ниндәй хәлдә алғанын иҫкә төшөрөргә кәрәк.
Жиль Шанессо:
”Ельцин дәүере радикаль, контроль насар ҡуйылған ваҡыт. Ул ҡырағай көнбайышты хәтерләтә ине, шуға йәмғиәттең нормаль эшмәкәрлеге өсөн кәрәкле структураларҙы тыуҙыра алманы. Был, минең уйымса, киләһе властың барлыҡҡа килеүенә, йәғни, Путинға һәм йәмғиәттә элек булмаған юридик һәм закондар сығарыусы рамкаларға  юл асты.”
Пилат Бонет:
“Путинды мин Ельцин осорон өҙөүсе булараҡ ҡабул итмәйем, Путин- 90 йылдар вариҫы. Әлеге власть вәкилдәре 90 йылдарҙы тәнҡитләй, әммә улар 90 йыл балалары. Рәсәй менән идара итеүселәрҙә ниндәйҙер мәлдә ҡурҡыу барлыҡҡа килә, ил контролде юғалта тигән ҡурҡыу.”
Тони Халфин:
”Аныҡ ҡына әйтә алам, мин Рәсәйгә килгәндә, илдең сәйәси системаһы торғонлоҡ кисерә һәм бөтәһен дә бер кеше хәл итә ине. Ысын фирҡәләр юҡ ине. Хәҙер хәлдәр икенсе- кешеләр әүҙем рәүештә сәйәсәт хаҡында һөйләшә, улар демонстрацияларҙа ҡатнашырға, үҙҙәрен ишетһендәр өсөн барыһын да эшләргә әҙер.”
Күҙәтеү яһаусыларҙың фекеренсә, Советтар Союзының тарҡалыуын “быуаттың иң ҙур геополитик һәләкәте” тип атаған Путин тәүге ике срогында империяның элекке бөйөклөгөн ҡайтарырға тырышты. Уның был проекты килеп сыҡтымы, Рәсәй ниндәй йүнәлештә бара?
Жиль Шанессо:
“Путиндың килеүе Рәсәйҙең элекке бөйөклөгөн ҡайтарырға тырышыу ине. Сәйәси ҡараштары ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, был ынтылыш бөтә урыҫтарҙың да күңелендә. Путиндың әле булһа халыҡ алдында популярлығы кешеләргә илдең бөйөклөгөнә ышанысты, ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһон ҡайтара алыуҙа.”
Тони Халфин:
”Рәсәй өсөн ике юл бар. Ул яйлап реформалар үткәреү юлына, төрлө ҡараштарҙы үҙ эсенә алған, йәштәргә ниндәй юл һайлауҙы үҙенә хәл итергә мөмкинлек биргән сәйәси система үҫеше юлына баҫа ала. Йәки ил башҡа юлды һайлауы ла ихтимал, был юл- һайлауҙарҙан һуң репрессияларға күсеү юлы. Әммә был еңел булмаясаҡ: кешеләр хәҙер ҡурҡмай, улар үҙ мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер.”
Пилар Бонет:
“Рәсәйҙә тамамланмаған демократлаштырыу мәсьәләһе бар. Сталин үлеменән һуң ҡуйылған был мәсьәлә, алтмышынсы йылдарҙа, Горбачев заманында һәм бына хәҙер ҡалҡып сыҡты һәм хәл итеүҙе талап итә. Тамамланмаған демократлаштырыу мәсьәләһе хәҙер өс быуынды берләштерә, улар, әйтергә кәрәк, барыһы ла Болотный митингыһында булды.”
Киләсәкте күҙаллауҙан өсөһө лә баш тартты. Кемдер хатта Рәсәйҙең үткәнен дә аныҡ ҡына әйтеп булмауы хаҡында әйтте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий