Шаршамбы көн Урта
Көнбайыш АҠШ-тың Иллинойс, Миссури һәм Канзас штаттарына ғәрәсәт ябырылды- 13
кеше һәләк булды, тиҫтәләгәне тән йәрәхәттәре алды. Ғәрәсәт ағастарҙы йыҡты,
электр тапшырыу линияларын өҙҙө, тиҫтәләрсә йорттарҙы емерҙе.
Властар, эҙләнеү-
ҡотҡарыу эштәре һәм емереклектәрҙе тикшереү тамамланғас, ҡорбандар һаны
күбәйеүе ихтимал, тип хәүефләнә.
АҠШ-та ғәрәсәттәр
осоро мартта башлана, әммә быйыл ул иртәләне. Ғинуарҙа уҡ Америка
метеорологтары 95 ғәрәсәт теркәне, ул саҡта 2 кеше һәләк булғайны.
2011 йылда АҠШ-та 545
кеше ғәрәсәт ҡорбаны булғайны, 1936 йылдан бирле бындай хәлде күргәндәре юҡ ине
әле.
Комментариев нет:
Отправить комментарий