Көньяҡ Корея матбуғаты
белдереүенсә, Төньяҡ Корея аҙыҡ- түлеккә алмашҡа хәрби маҡсаттарҙағы уран
байытыу программаһын туҡтатырға ризалашты.
Ҡоралһыҙланыу буйынса
һөйләшеүҙәрҙе ҡайтанан башлау, аҙыҡ- түлек ярҙамын ойоштороу шарттарын ҠХДР
етәкселегенә АҠШ-тың махсус илсеһе Роберт Кинг белдерҙе.
Вашингтон уран байытыу
программаһын яйлап туҡтатыу шарты менән Пхеньянға 240 тонна аҙыҡ- түлек ебәрәсәк.
Аҙыҡ- түлеккә ҡытлыҡ
кисергән ҠХДР дөгө ебәреүҙе һорай, ләкин, Сеул мәғлүмәттәре буйынса, Америка
ярҙамы башлыса галеттарҙан һәм бәпестәр өсөн витамин ҡушылмаларҙан торасаҡ. АҠШ
Төньяҡ Кореяға оҙатылған аҙыҡтар ҡораллы көстәргә ебәрлеүе мөмкин, тип шикләнә.
Күҙәтеү алып
барыусылар билдәләүенсә, АҠШ, Рәсәй, ике Корея,Ҡытай һәм Япония ҡатнашлығындағы
ядро проблематикаһы буйынса ярымутрауҙа 6 яҡлы һөйләшеүҙәрҙең ҡайтанан башланыуы
киләһе аҙым булыуы ихтимал.
Комментариев нет:
Отправить комментарий