среда, 8 февраля 2012 г.

"Ике пеләштең тараҡ өсөн талашы".



Аргентина Британия хәрбиҙәренең Фолкленд утрауҙары тирәһендә күбәйеүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе һәм БМО-ға ялыу менән мөрәжәғәт итергә ҡарар итте.
Эҙләнеү- ҡотҡарыу вертолеты пилоты сифатында Британия тәхетенә икенсе булып сиратта торған принц Уильямды был регионға ебәреүҙе Буэнос- Айрес “провокация”тип атаны.
Архипелаг өҫтөнән контроль булдырыу өсөн барған Аргентина – Британия араһындағы конфликттың 30 йыллығы яҡынлашҡан һайын дипломатик бәхәс ҡыҙа бара. Шишәмбе көн Аргентина президенты Кристина Киршнер ил парламентында белдереү яһаны:
“Улар йәнә Көньяҡ Атлантиканы милитаризацияларға маташа: заманса яңы эсминец ебәрелеүен һәм тәхет вариҫының миссияһын беҙ башҡаса аңлата алмайбыҙ, әйтергә кәрәк, беҙ уны штатский кейемдә күрергә теләр инек.”
Аргентинала көсөргәнешлектең артыуы Британияға ҡаршы кәйефтәрҙең көсәйеүе менән йәнәш бара. Буэнос-Айреста Лондондың Фолкленд утрауҙары районындағы эштәренә ҡаршы сығыусы мнифестанттар Британия банкы бинаһына һөжүм иткән.
Бөйөк Британия Фолклендты 1833 йылдан бирле ҡул аҫтында тота. Аргентина уны үҙенеке тип иҫәпләй һәм Мальвина утрауы тип йөрөтә. 3 мең халҡы булған утрау өсөн 1982 йылғы хәрби конфликт барышында 900  Аргентина һәм Британия хәрбиҙәре һәләк булды.
Был компанияны яҙыусы Хорхе Луис Борхес “ике пеләштең тараҡ өсөн талашы”тип атаны.




Комментариев нет:

Отправить комментарий