Рәсәй сит ил эштәре
министрының Дәмәшккә визиты -Сүриәләге көс ҡулланыуҙарға сик ҡуйыу өсөн йәнә
бер дипломатик ынтылыш. Шишәмбе көн, Башар Асад менән һөйләшеүҙәрҙән һуң,
Сергей Лавров Сүриә президентының оппозиция менән диалогҡа әҙер булыуы һәм оҙаҡламай
элек баш тартып килгән сәйәси реформалар үткәрәсәге хаҡында хәбәр итте.
Вашингтон иһә Асадтың бер
нисә тапҡыр әйткән һүҙен боҙоуын иҫкә төшөрҙө, шуға күрә вәғәләренә ышанып етмәүен белдерҙе . Шишәмбе көн Аҡ йортта Америка администрацияһының рәсми вәкиле Джей Карни
былай тип сығыш яһаны:
“Рәсәй шуны аңларға
тейеш: Асадҡа өмөт бағлау-Рәсәйҙең Сүриәләге мәнфәғәттәрен генә уңышһыҙлыҡҡа
дусар итмәй, региондағы тотороҡлолоҡ һәм Сүриәнең үҙенең киләсәге өсөн дә һәләкәтле.”
Дәмәшктә Мәскәүҙең
бындағы хәлдәрҙе яйға һалыу буйынса тырышлығын Башар Асад яҡлылар хуплап ҡаршы
алды. Баш ҡалала күп меңлек манифестация үтте. Унда ҡатнашыусылар президентты
маҡтанылар һәм Сүриә илсеһен ҡайтарып ебәргән Катарҙың флагын яндырҙылар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий