вторник, 7 февраля 2012 г.

Иран студенттары ЕС-ты нефть менән тәьмин итеүҙе туҡтатыуҙы талап итә.




Иран студенттары кисә илдең парламент бинаһы алдында ҡаршылыҡ акцияһы уҙғарҙы. Улар Иранға ҡарата санкциялар индергән Европа илдәренә нефть экспортлауҙы туҡтатыуҙы талап итте.
Ғинуар аҙағында Евросоюз, Таһранды ядро программаһын туҡтатыу хаҡындағы халыҡ- ара талаптарҙы үтәмәүҙә ғәйепләп, Иран нефтен индереүгә эмбарго иғлан итте. Импортлауҙы тыйыу 1 июлдә үҙ көсөнә инәсәк.
“Беҙ Европаға нефть экспортлауҙы кисекмәкмәҫтән туҡтатыуҙы талап итәбеҙ,- ти акцияла ҡатнашыусы.-Юғиһә 6 айҙан санкция үҙ көсөнә инәсәк, был ваҡыт эсендә улар Иран нефтенә альтернатива табасаҡ.”
Вашингтон да Таһранға ҡаршы яңы санкциялар индереү хаҡында иғлан иткәйне. Америка президенты Барак Обама АҠШ территорияһындағы Иран хөкүмәте,Үҙәк банкы һәм башҡа финанс институттарының активтарын ябыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
 Обама белдереүенсә, АҠШ Иран проблемаһын хәл итеүҙә Израиль менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә һәм Ирандың ядро ҡоралы яһауына ҡамасаулау өсөн бөтәһен дә эшләй. Ә Пентагон башлығының Израиль яҙ уҡ Иранға һөжүм итеүе мөмкин тип белдереүенә аңлатма биреп, ул ҡарарҙың әлегә ҡабул ителмәүе хаҡында хәбәр итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий