вторник, 7 февраля 2012 г.

Мальдив утрауҙары: полиция талабы буйынса президент отставкаға китә.



Мальдив утрауҙары халҡы, шишәмбе көн ил президенты Мөхәммәт Нашидтың отставкаға китеүен ишетеп, тынысһыҙ үткәрҙе. Сәйәсмәнгә яҡын торған кешеләр тәүҙә быны инҡар иттеләр, әммә аҙаҡ урындағы телевидение аша Нашид үҙе сығыш яһаны һәм үҙ посын ҡалдырырға ниәтләүе хаҡында белдерҙе.
Һуңғы бер нисә аҙна буйы ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар Мальдив етәксеһенең отставкаға китеүен талап итте. Нашид үҙенән алда булған президенттың күрһәтмәләрен үтәүҙә ғәйепләп, Енәйәт суды башлығын ҡулға алырға бойорғас, манифестациялар башланды.
Һинд океанындағы утрауҙарҙан торған был дәүләт йыл башынан, хөкүмәт оппозиция ҡулында булған һәм бюджетҡа ҙур килем килтергән йөҙҙәрсә спа- үҙәктәрҙе ябырға бойорғандан алып, сәйәси көрсөк кисерә.
Шишәмбе көн Мальдив баш ҡалаһы Малелағы сыуалыштар полицияға оппозиция һәм хөкүмәт яҡлылар араһындағы һаҡты алырға бойороҡ бирелгәс башланып китә. Был фарманды законһыҙ тип иҫәпләгән полиция Нашидтың отставкаға китеүен талап итте.
/sра- һыу ярҙамында һауыҡтырыу комплекстары/


Комментариев нет:

Отправить комментарий