вторник, 7 февраля 2012 г.

Ҡаты һыуыҡтар европалыларҙың ғүмерен өҙә




Европала 10 көн буйы ҡоторған һыуыҡтар  360- лап кешенең ғүмерен өҙҙө. Германияла 30 градуслыҡ һалҡындар тора. Францияла –10, бындағы үлсәм буйынса уғата һалҡын тип иҫәпләнә; бер нисә кешенең туңып үлеүе билдәле. Сербияла, ҡарҙың күп яуыуы арҡаһында, ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. Британия һәм Апеннинда яуым- төшөм ифрат мул булған.
Украинала 135 кеше туңып үлгән. Польшала ҡырыҫ ҡыш 62 кешенең ғүмерен киҫкән. Һәләк булыусыларҙың күбеһе –асарбаҡтар. Синоптиктар киләһе аҙнала көндәрҙең бер аҙ йылыныуын хәбәр итә. Әлегә илдең төньяҡ- көнсығышында 25 градуслы һалҡындар тора.
Ҡар аҫтында ҡалған Боснияла хәрәкәт туҡталған. Ҡайһы бер ауыл, ҡасабалар тышҡы донъянан бөтөнләй айырылып ҡалған. Бәпәйҙәр ризығын һәм башҡа шундай тауарҙарҙы бында вертолет менән ташыйҙар.  Фермер хужаларының хәҙер төп хәстәре- мал-тыуарҙы туйындырыу, сөнки бесән, һалам ике, хатта биш метрлыҡ ҡар аҫтында тороп ҡалған.
Болгарияла икенсе бәлә- ҡарҙар иреүе арҡаһында плотина йырылған, Бисер ауылы тулыһынса һыу аҫтында ҡалған, 9 кеше һәләк булған, 60-лабын ҡотҡара алғандар. Торлаҡһыҙ ҡалыусыларға, материаль ҡаза күреүселәргә властар матди ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий