понедельник, 6 февраля 2012 г.

Путин яҡлы һәм уға ҡаршы митингылар: премьер штраф түләшергә әҙер.



Рәсәйҙең премьер- министры һәм президентлыҡҡа кандидаты Владимир Путин уны яҡлап Поклонный тауында үткәрелгән митинг өсөн штраф түләшергә әҙер булыуы хаҡында белдерҙе. Штраф митингыла ҡатнашыусылар һанының алдан билдәләнгән күләмдән күпкә артыҡ булғаны өсөн түләтелергә тейеш.
Ойоштороусыларҙың Мәскәү мэрияһына бирелгән үтенесе буйынса, Поклонныйҙағы митингыла 15 мең кеше ҡатнашыуы хаҡында әйтелә. Әммә Мәскәүҙең эске эштәр бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, акция 138 мең кешене йыйған, ә рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса- 35 мең.
Мәскәү мэрияһы ойоштороусыларҙы, Рәсәй Федерацияһы Кодексына таянып, яуаплылыҡҡа тарттырмаҡсы. Статья буйынса 2 меңгә ҡәҙәр штраф түләү ҡаралған.
Оппозиция президент һайлауҙарына бер ай ҡалғанда йәнә тиҫтәләрсә мең халыҡты урамдарға алып сыҡты. Мәскәүҙең эске эштәр бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, Болотный майҙанында 34 мең кеше йыйылған. “Ғәҙел һайлауҙар өсөн”митингыһын ойоштороусылар мәғлүмәттәре буйынса, акцияға килгәндәрҙең һаны 120 меңдән дә кәм түгел. Киләһе Ғәҙел һайлауҙар өсөнмитингыһы 26 февралгә тәғәйенләнгән.
4 февралдән Рәсәйҙең киң мәғлүмәт сараларында һайлау алды агитацияһы осоро башланды. Был осорҙа президентлыҡҡа теркәлеү үткән кандидаттар телевидение һәм радио, матбуғат аша үҙ программаларын аңлатыу хоҡуғына эйә, шулай уҡ үҙ- ара әңгәмә, бәхәс ҡора алалар.
Владимир Путиндың матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков премьерҙың президентлыҡҡа кандидаттарҙың һайлау алды бәхәстәрендә ҡатнашмаясағын белдерҙе.



Комментариев нет:

Отправить комментарий