понедельник, 6 февраля 2012 г.

Ален Жюппе: “БМО-ның Хәүефһеҙлек советына тап төштө.”


Сүриәлә ҡан ҡойош туҡтамай. Йәкшәмбе көн 56 кеше һәләк булған, уларҙың яртыһы- хөкүмәт ғәскәрҙәре хәрбиҙәре.
Шәмбегә ҡарай төндә Хомста артиллерия уты аҫтында ябай граждандар йәшәгән кварталдарҙа 200-ҙән ашык кеше һәләк булған. Сүриә оппозицияһы фекере буйынса, быға идара итеүсе режим ғәйепле, Дәмәшк белдереүе буйынса, был оппозиция менән бәйле террористар эше.
Шәмбе  Мәскәү һәм Пекин БМО-ның Хәүефһеҙлек советында идара итеүсе Дәмәшк режимын ғәйепләүсе резолюция ҡабул итеүгә ҡамасауланы. Был ҡайһы бер көнбайыш һәм ғәрәп илдәрендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы:
“Рәсәй һәм Ҡытай, вето һалып, БМО-ның Хәүефһеҙлек советы эшенә кәртә ҡуйҙы,- тине Францияның сит ил эштәре министры Ален Жюппе, ә бит 15 кешенең 13-ө Сирия буйынса резолюцияны ҡабул итергә әҙер ине. Шул рәүешле Хәүефһеҙлек советына мораль яуаплылыҡ табы төштө. ”
АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Хиллари Клинтон БМО-ның Хәүефһеҙлек советындағы тауыш биреүҙе “пародия”тип атаны һәм Вашингтондың Дәмәшккә ҡарата санкцияларҙы көсәйтәсәген белдерҙе, Британия сит ил эштәре етәксеһе иһә былай тине:
“Резолюцияла һүҙ хәрби ҡыҫылыш хаҡында бармай ине, сөнки бындай саралар ҡулланыу законлы түгел.”
Рәсәй вәкилдәре Сүриәләге хәлдәрҙе баһалағанда резолюция проектының бер яҡҡа ауышыуын, хөкүмәткә ҡаршы булған ҡораллы төркөмдәрҙең илдә тынысһыҙлыҡ тыуҙырыуын, тәртип боҙоуын иҫәпкә алмауын билдәләп үтте.




Комментариев нет:

Отправить комментарий