понедельник, 20 февраля 2012 г.

Пастор Германия президенты буласаҡмы?




Көнсығыш Германияның билдәле хоҡуҡ һаҡлаусыһы һәм диссиденты протестант пастор Йоахим Гаук Кристиан Вульф урынына Федератив Германия республикаһы президенты вазифаһын биләүе ихтимал.
Ике көн элек, коррупция ғауғаһы арҡаһында, Вульф отставкаға китергә мәжбүр булды. Ә йәкшәмбе көн кис Германияның идара итеүсе коалиция фирҡәләре  һәм оппозициялағы социал- демократтар Гаук кандидатураһын  хупланы, 2010 йылда иһә улар уның кандидатураһынан Вульф кандидатураһын өҫтөнөрәк күргәйнеләр. Сәйәси баҫымға буйһоноп, канцлер Ангела Меркель дә Гаукты яҡлап сыҡты. Гауктың үҙе өсөн генә был яңылыҡ көтөлмәгәнсәрәк булды:
“Мин әлегә телмәр һөйләрлек хәлдә түгел, ҡаушап ҡалдым, шуға бер нәмә лә әйтә алмайым. Самолеттан төшөп таксиҙа китеп барғанда, канцлер ханым минең менән бәйләнешкә инде. Мин ҡайтып душ керергә лә өлгөрмәнем. Иғтибар итмәгеҙ, мин бер аҙ албырғап ҡалдым.”
Һорау алыуҙар нәтижәһе буйынса, Гауктың еңеүгә мөмкинлектәре ҙур: Германия халҡының 54 проценты һәм  Федераль йыйылыш депутаттарының күпселеге уның яҡлы.
“Меркель ханымдың асыҡ бер ҡарарға килеүе бик һәйбәт. Христиан демократтар өсөн дә, Меркель ханым өсөн дә яҡшы буласаҡ был. Гаук бөтәһе менән дә яҡшы мөнәсәбәттә буласаҡ.”
Йоахим Гаукка 72 йәш. Германия берләшкәндән алып, ул ГДР-Штази дәүләт хәүефһеҙлеге архивы управляющийы булды.
Конституция буйынса, Федератив Германия республикаһы президентын һайлау элекке дәүләт башлығы отставкаға сыҡҡас, 30 көн эсендә, йәғни 18 марттан да ҡалмай үткәрелергә тейеш.

Комментариев нет:

Отправить комментарий