Иран дәүләт
телевидениеһы аша хәрби уйындар күрһәтелде. Әйтеүҙәренсә, ул күптән түгел илдең
үҙәгендә үткән. Күҙәтеүселәр фекере буйынса, Ирандың ядро программаһы хаҡында
һөйләшеүҙәргә килергә йыйынған МАГАТЭ инспекторҙары визиты алдынан Тегеран ошо
рәүешле көнбайыш илдәренә сигнал ебәрә.
Бер юлы Иран Британия
һәм Француз компанияларына нефть һатыуҙы туҡтатыуы тураһында ла иғлан итте. Ҡайһы
бер киң мәғлүмәт саралары билдәләүенсә, был ғинуар аҙағында Евроберләшмәнең Иран нефтенә
эмбарго иғлан итеүенә яуап булды. Ошо рәүешле Евроберләшмә Иранға баҫым яһарға
уйлағайны. АҠШ һәм ҡайһы бер Көнбайыш илдәре Иран ядро ҡоралы етештерә, тип шикләнә.
Шул ваҡытта ике Иран
хәрби карабы, Суэцк каналы аша Урта диңгеҙгә үтеп, Сүриәнең Тартус портына килеп
туҡтаны. Бер йыл элек Ирандың Хәрби Диңгеҙ көстәре 1979 йылдан бирле тәүге
тапҡыр Сүриәгә аяҡ баҫҡайны. Ул саҡ быны Израиль провакация итеп баһаланы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий