понедельник, 20 февраля 2012 г.

Гректар туннель ситендә яҡтылыҡ күрмәй.




Греция хөкүмәте, финанс ярҙамының яңы пакетын алыу менән, билдәһеҙлек осоро тамамланыр тип өмөтләнә. Властар индергән ҡаты иҡтисади сараларҙың ауырлығын үҙ елкәләрендә татыған гректар оптимизмдан алыҫ тора. Шәмбе көн парламентҡа  эш хаҡтарын һәм пенсияларҙы йәнә ҡыҫҡартыу хаҡындағы тәҡдимдәр тапшырылды.
Афина халҡы ни уйлай?
-Мин туннель ситендә яҡтылыҡ күрмәйем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был беҙҙең ниндәй ярҙам алыуыбыҙға бәйләнмәгән. Үҙебеҙ нимәлер етештерә башлаһаҡ  ҡына аяҡҡа баҫасаҡбыҙ, шунда ғына Греция сәскә атасаҡ, башҡа юл юҡ. Тормош хәҡиҡәте шундай.
-Европалылар ҙа, сәйәсмәндәребеҙ ҙә беҙҙе ҡайҙа алып барыуҙарын асыҡ әйтергә тейеш. Әлеге мәлдә реформаларҙан бик йыраҡбыҙ.
-Аҡса биреүҙәренән ни фәтүә...Бер ниндәй ҙә коммерция эшләмәй. Эшҡыуарлыҡ алға китмәй тороп, берәү ҙә беҙҙең бурыстарыбыҙҙы һыҙып ташламаясаҡ. Беҙ һис ҡасан көрсөктө йырып сыға алмаясаҡбыҙ. Дөрөҫ сәйәсәт алып барылмай, дөрөҫ юлдан бармайбыҙ.
Шул уҡ ваҡытта хөкүмәт шәхси инвесторҙар тарафынан Афинаның 100 миллиард евро күләмендәге бурысы иҫәптән сығарылыуға өмөтөн белдерҙе. Ябай гректарҙа киләсәккә ышаныс уяныуға ярҙам итерме икән һуң был?

Комментариев нет:

Отправить комментарий