вторник, 21 февраля 2012 г.

Грецияны йәнә дефолттан ҡотҡарҙылар.




 Евроберләшмә Грецияға 130 миллиард евро күләмендәге финанс ярҙамдың икенсе программаһы хаҡында килеште. Брюсселдә көсөргәнешле һөйләшеүҙәр 13 сәғәт буйына дауам итте. Иртә менән иҡтисад һәм финанс сәйәсәте буйынса еврокомиссар Олли Рен былай тип белдерҙе:

“Һуңғы ике йыл эсендә һәм, ғөмүмән, ошо төндә мин “марафон” һүҙенең сығышы, ысынлап та, грек һүҙе икәнен аңланым. Ләкин, ахырҙа, беҙ ҙә килешеүгә ирештек.”

МВФ башлығы Кристин Лагард әйтеүенсә, Афинаға финанс ярҙамы программаһының  төп шарты булып  2020 йылға дәүләт бурысын кәметеү тора:

“Беҙ көндө ВВП буйынса дәүләт бурысын 120,5 процентҡа ҡыҫҡартырға килешеп башлайбыҙ. Төн эсендә хәл ителгән һиҙелерлек прогресс был, ул Грецияға һуңғы ике аҙна буйы беҙ һөйләгән программа сиктәрендә өҫтөнлөклө позицияны алырға ярҙам итәсәк. ”

Греция премьер- министры Лукас Пападимос Евроберләшмәләге һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәт булды: 


“Беҙ Афинаның шәхси банкыларға бурысын реструктуризациялау менән дә, Евроберләшмәнең һәм Халыҡ- ара валюта фондының Грецияға финанс ярҙамы күрһәтеү хаҡындағы ҡарары менән дә ҡәнәғәтбеҙ.”

20 марттан Грецияның артҡа сигенеү юлы ябыла,  шунан һуң Афина, икенсе ярҙам программаһы сиктәренә ярашлы тәүге средстволарҙы алып, 14,5 миллиард евро күләмендә кредиттарын ҡаплатырға тейеш буласаҡ.

Брюсселдәге килешеүҙәр барышын “Евроньюс” хәбәрсеһе Маргарита Сфорца күҙәтте: 

“Осрашыу уҙған төн буйы барҙы. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар һәр евроцент буйынса фекер алыштылар. Ул килешеүҙе Греция урамдарында нисек ҡабул итерҙәр икән? Быныһы әлегә һорау булып ҡала.”

/реструктуризация- алынған бурыс шарттарын ҡайтанан ҡарау/
 

Комментариев нет:

Отправить комментарий