вторник, 21 февраля 2012 г.

Афғандар Ҡөрьәнде хурлауға ҡаршы сыға.



Ике мең самаһы афған Американың Баграм хәрби базаһы янында ҡаршылыҡ акцияһы ойошторҙо. Манифестацияла ҡатнашыусылар Ҡөрьәнде яндырған хәрбиҙәргә ҡаты яза биреүҙе талап иттеләр. Афғандар базаның ҡоймаларына һәм ҡапҡаларына яндырғыс матдәләр һалынған шешәләр ырғыттылар. Афғанстандағы Халыҡ- ара хәүефһеҙлек көстәре командующийы генерал Джон Аллен был ваҡиғаларға бәйле шундай белдереү яһаны:

“Алынған мәғлүмәткә ҡағылышлы тикшереүҙәр үткәрергә ҡуштым. Ундай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн саралар күрәбеҙ. Бындай хәлдәр башҡаса булмаясаҡ, мин һеҙгә һүҙ бирәм. Нисек кенә булмаһын, ул махсус эшләнмәгән.”

Уҙған йылдың яҙында Афғанстан буйлап Флоридалағы америка пасторының халыҡ алдында Көрьәнде яндырыуына ҡаршы ҙур акциялар үткәрелде. Мазари Шәрифтә ярһыған халыҡ БМО миссияһының бинаһына һөжүм итте. Һөҙөмтәлә, 11 кеше һәләк булды, шуларҙың етәүһе миссия хеҙмәткәрҙәре.

Комментариев нет:

Отправить комментарий