“Коста Конкордиа” круиз
лайнерында шаршамбы көн йәнә 8 кешенең мәйете табылды, шуларҙың береһе 5 йәшлек
ҡыҙ бала.
“Коста Конкордиа”ғинуарҙа Италияның Джильо утрауы
янында батҡайны. Һәләкәт ҡорбандарының һаны хәҙер 25-кә етте, 7 кешенең яҙмышы
әлегә билдәле түгел.
Һыу аҫты ҡотҡарыусылары
хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүҙе шишәмбелә ҡайтанан башланы. Һауа торошоноң
насарайып китеүе сәбәпле, 3 аҙна элек ул туҡталғайны.
Лайнер Урта диңгеҙ
буйлап круизда йөрөгән. Уның бортында пассажирҙар һәм экипаж ағзалары менән
бергә 4200 кеше булған. 13 ғинуарҙа карап рифтарға килеп бәрелә. Хәҙер, круиз
компанияһы етәкселәрен дә индереп, 9 кеше тикшереү аҫтында. Тәү сиратта һәләкәт
өсөн капитан Франческо Скеттино яуаплы, тип иҫәпләйҙәр. Уны эшенә һалҡын
мөнәсәбәттә булыуҙа һәм алдан уйлап эшләнмәгән үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Өҫтәүенә,
ул карапты пассажирҙарҙы ҡоро ергә оҙатып бөтмәҫ борон уҡ ҡалдырған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий