четверг, 23 февраля 2012 г.

Владимир Жириновский: Рәсәй сәйәсәте ветераны.




Рәсәйҙең киң билдәле сәйәсмәндәренең береһе, ЛДПР лидеры Владимир Жириновский- президент креслоһы өсөн көрәш ветераны. Әлеге һайлау алды компанияһы -уның өсөн бишенсеһе. Бындай тәжрибә менән бер генә рәсәй сәйәсмәне лә маҡтана алмай.

Владимир Жириновскийҙың сәйәси карьераһы СССР заманында уҡ башлана. Үҙгәртеп ҡороуҙар осоронда барлыҡҡа килгән Либераль- демократик фирҡә илдә рәсми теркәлгән тәүге фирҡә булды.

Рәсми рәүештә Жириновский либерал- демократтары үҙҙәрен уң яҡ вәкилдәре итеп күрһәтте.
СССР тарҡалғандан һуң, Рәсәйҙең харизмалы сәйәсмәндәренең береһе популизм юлына баҫа. Ялҡынлы оратор һайлаусыларҙың йөрәген ҡуҙғыта алды һәм тәүге Дәүләт Думаһында ЛДПР, тауыштарҙың 23 процентын яулап, беренсе урынға сыҡты.

Жириновский стиле илдә барған үҙгәрештәрҙе кәүҙәләндерҙе. Бәхәстәрҙән һуң йоҙроҡтар эшкә егелде, стандарт булмаған сәйәси саҡырыуҙар дәртләндерҙе лә, аптыратты ла.

1993 йылғы шаулы еңеү ҡабаталанмаһа ла, ЛДПР Дәүләт Думаһынан бер тапҡыр ҙа китмәне. 2000 йылда рәсәй сәйәсәте ветераны вице- спикер булып һайланды һәм был вазифаны 11 йыл биләне.

Әйтергә кәрәк, илдең беренсе креслоһы өсөн көрәштә Владимир Жириновский ҙур уңыштарға өлгәшә алманы, конкуренттарының күләгәһендә ҡала килде. 2004 йылда фирҡә хатта уның урынбаҫары Олег Малышкинды президентлыҡҡа тәҡдим итеп ҡараны, ул 6 кеше араһынан 5- се урынға сыҡты.

Һуңғы йылдарҙа Жириновскийҙың дошмандары оппозицияла тора тип иҫәпләнһәләр ҙә, улар власть яҡлылар, ә ЛДПР аныҡ ҡына идеологияһы булмаған, ҡаршы сығыусы маргинал электоратты алдатыусы “Бер кеше фирҡәһе” тип ғәйепләне.

/Харизма- башҡаларҙы үҙенә ҡаратыуға, эйәртеүгә, уларға тәьҫир итеүгә һәләтле кеше.
Популизм- тормошҡа ашмаҫтай лозунгылар менән ҡоралланып, киң халыҡ массалары кәйефенә яраҡлашыусы сәйәсәт.

Маргинал-күнегелгән дөйөм ҡиммәттәрҙән баш тартыусы, үҙ номаларын, ҡиммәттәрен тыуҙырырға ынтылыусы./

Комментариев нет:

Отправить комментарий