четверг, 23 февраля 2012 г.

Хөсни Мөбәрәк эше буйынса хөкөм ҡарары 2 июндә иғлан ителәсәк.



Мысырҙың элекке президенты Хөсни Мөбәрәк эше буйынса хөкөм ҡарары 2 июндә иғлан ителәсәк. Шаршамбы көн Ҡаһирә суды ошо датаны билдәләне. Мөбәрәк менән бергә уның улдарына, Мысырҙың эске эштәр министрына һәм бер йыл элек баш ҡалала демонстрацияла ҡатнашыусыларҙы атыуҙа ғәйепләнеүсе йәнә 7 кешегә хөкөм ҡарары сығарыласаҡ.
Ғәйепләнеүселәрҙең барыһы ла 2011 йылдың ғинуар аҙағындағы демонстрацияла ҡатнашыусыларҙы атыуға ҡыҫылыштары юҡ икәнен белдерҙе һәм процесты алып барыусыларҙың ысынбарлыҡты иҫәпкә алмауҙарын, алдан уҡ билдәле фекер менән килеүҙәрен әйтеп үтте.
Элеккесә Ҡаһирәләге полиция академияһы бинаһы алдына баш ҡаланың Таһрир майҙанында һәләк булыусыларҙың туғандары йыйылды. Улар Мөбәрәк өсөн иң ҡаты яза- үлем язаһы талап итте.





Комментариев нет:

Отправить комментарий