четверг, 23 февраля 2012 г.

Иран: МАГАТЭ инспекторҙары буш ҡул менән ҡайтты.




Атом энергияһы буйынса Халыҡ- ара агенство вәкилдәре, Венаға ҡайтҡас, Иранға визиттың уңышһыҙ булдыуы хаҡында белдерҙе.
МАГАТЭ делегацияһы Парчина хәрби базаһында булыуы ихтимал тип иҫәпләнгән ядро объектын барып күрә, артабанғы һөйләшеүҙәр хаҡында килешә алманы.
Делегация етәксеһе Херман Накертс шулай тип белдерҙе:
“Инспекторҙар килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә, Иран ядро программаһының ниндәй кимәлдә хәрби йүнәлешле булыуын асыҡларға тырышты. Объектҡа эләгергә ниәтләгәйнек, тик тырышлығыбыҙ бушҡа булды.”
Евроберләшмә нефть санкциялары хаҡында иғлан иткәс, Таһранды йомшарыр тип уйлағайнылар, әммә Иран, Европаның июлдәге эмбаргоһын көтмәйенсә, Франция һәм Бөйөк Британияға “ ҡара алтын”һатыуҙы үҙе туҡтатты. Ислам республикаһының нефть сәнәғәте министры һүҙҙәре буйынса, “илдең клиенттары етерлек, шуға күрә был санкциялар бер ниндәй ҙә проблемалар яһамаған.”
Юғары етәксе аятолла Хоменеиҙың белдереүенсә, “санкция, баҫым, үлтереүҙәргә ҡарамай Иран атомды үҙләштереүҙе дауам итәсәк”. Таһран үҙ ядро программаһының тыныс характерҙа булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алһа ла, уны ядро ҡоралы етешетерергә ниәтләй, тип шикләнәләр.



Комментариев нет:

Отправить комментарий