пятница, 24 февраля 2012 г.

1500 йыллыҡ Тәүрат табылған.




Төркиәлә Тәүрат табылған, уны 1500 йыл самаһы элек яҙылған, тип иҫәпләйҙәр. Ҡалын тире тышлы фолианттың нәҙек тиренән торған биттәре арамей һәм ассирия телендәге текстарҙан тора.

Төрөк археологтары тапҡан Тәүратты 8 йыл буйы эҙләгәндәр. Ниһайәт, илдең көньяғында контрабандасылар төркөмөн ҡулға алғанда, полиция уны йәнә табып алған.

Китап Анкаралағы Этнография музейына урынлаштырылған, тик эксперттарҙың әйтеүенсә, уны бик оҙаҡ реставрацияларға кәрәк.

Тәүрат тарихи һәм лингвистик әһәмиәткә эйә булыуҙан тыш дини бәхәстәрҙең ҡуйырып китеүенә лә сәбәпсе булды. Ватикан Анкараны табылған артефактты төрлө яҡлап анализларға саҡырҙы. Бәлки, ул юғалған, ғалимдар быуаттар буйы бәхәс алып барған  Тәүраттыр.

/Тәүрат- Библия.
Артефакт-археологтар өйрәнгән, символик мәғәнәгә эйә булған әйбер/

Комментариев нет:

Отправить комментарий