пятница, 24 февраля 2012 г.

“Левада-үҙәк”: Путин тәүге турҙа еңәсәк.


4 мартҡа билдәләнгән президент һайлауҙарында Рәсәй премьер- министры Путин еңәсәк. “Левада- үҙәк” алып барған һорашыуҙар ошо хаҡта һөйләй.
”Һуңғы һығымталар буйынса, 43-46 % Путин өсөн тауыш биреү яғында. Һайлауҙарға мотлаҡ килеп, тауыш бирергә йыйынғандарҙың 63-66 проценты Путин өсөн тауыш бирергә әҙер”,- тип белдерҙе 24 февралдәге матбуғат конференцияһында “Левада- үҙәк” директоры Лев Гудков. 2000 йылда Владимир Путин өсөн һайлаусыларҙың 51 проценты, 2004 йылда 71 проценты тауыш биргән. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, көн элгәре 130 мең кеше премьер кандидатураһын яҡлап, Мәскәү митингыһында ҡатнашҡан.
Икенсе урынға улар Геннадий Зюгановты ҡуя. Коммунистар лидеры өсөн һайлаусыларҙың 15 проценты тауышын бирергә әҙер. Зюганов өсөн был һайлауҙар дүртенсеһе. Көн элгәре коммунистар ҙа Театраль проезда үҙ митингыһын уҙғарҙы. Унда 2,5 мең ҡатнашты.
Өсөнсө урынды Владимир Жириновский биләй. Либерал- демократик фирҡәне төҙөүсе һәм уның алмашһыҙ рәйесе Владимир Жириновский  Рәсәй Президенты һайлауҙарында 5 тапҡыр ҡатнашты. Уның өсөн халыҡтың 8 проценты тауыш бирмәксе.
Артабанғы һөҙөмтәләр шундай: берҙән- бер бойондороҡһоҙ кандидат Михаил Прохоровта- 6%, “Ғәҙел Рәсәй”фирҡәһе башлығы Сергей Мироновта- 5 %.
Һорашыу һөҙөмтәләре буйынса, һайлаусыларҙың 35 проценты һайлауҙарҙың ғәҙеллегенә шик белдерә, 44 % иһә һайлауҙар ғәҙел үтәсәк, тип ышана. Дөйөм алғанда, социологтарҙың иҫәпләүенсә, Рәсәй граждандары 4 марттағы һайлауҙарға ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәй.




Комментариев нет:

Отправить комментарий