Вашингтондан алыҫ түгел 24 йәшлек беренсе класлы
рядовой Брэдли Мэннинг эше судта ҡарала. Ул WikiLeaks
сайтына йөҙҙән ашыу дипломатик һәм хәрби депешалар тапшырыуҙа ғәйепләнә.
Кесаҙна көн уға 22 пункт буйынса рәсми
рәүештә ғәйепләү белдерелде. Улар иҫәбендә дәүләт милкен урлау, интернетта
разведка мәғлүмәттәрен баҫтырыу, шулай уҡ “дошманға ярҙам итеү”, ә бының өсөн
Америка закондары буйынса үлем язаһына тарттырыу ҡаралған.
Ҡайһы берәүҙәр Мэннингты, АҠШ-тың нисек һуғыш алып барыуын күрһәтеү өсөн,
үҙен хәүеф аҫтына ҡуйған герой, тип иҫәпләй, икенселәре иһә илдең милли
хәүефһеҙлегенә зыян килтергән хыянатсы тип бара.
Комментариев нет:
Отправить комментарий