вторник, 13 марта 2012 г.

Бангладешта борам батҡан, 200 пассажир хәбәрһеҙ юғалған.




Бангладештың көньяғында борам батҡандан һуң, 200 кеше хәбәрһеҙ юғалған. Карапта йәмғеһе 250 кеше булған. 50 пассажир ғына ҡотолоп ҡалған.
Инцидент баш ҡалаланан 50 километр алыҫлыҡта республиканың иң ҙур йылғаларының береһе Мегхнала булған. Урындағы властарҙың һүҙҙәре буйынса, ҡаза нефть тейәлгән баржа менән бәрелеш һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан.
Һәләкәт булған урында ҡотҡарыу эштәре атҡарыла.
Уҙған йылда ғына ошондай фажиғә арҡаһында Бангладешта 100 кеше үлгәйне.


Комментариев нет:

Отправить комментарий