вторник, 13 марта 2012 г.

Францияла президентлыҡҡа йәнә бер кандидат артты.



Үтә уң “Милли фронт”лидеры Марин Ле Пен урындағы власть вәкилдәренең кәрәкле ярҙамын алды. Сәйәсмәндең үҙе әйтеүенсә, ул дәүләт башлығы һайлауҙарында рәсми кандидат булып теркәлеү өсөн кәрәкле булған төрлө кимәлдәге депутаттарҙың 500-ҙән ашыу ҡултамғаһын йыйыуға ирешкән.
22 апрелдә тауыш биреүҙең тәүге туры буласаҡ.
Йәмәғәт фекерен асыҡлау мәғлүмәттәре буйынса, Марин Ле Пен идара итеүсе президент Николя Саркозиҙан һәм социалистарҙың кандидаты Франсуа Олландтан ҡала өсөнсө урында килә.
“Милли фронт”менән Марин Ле Пен 2011 йылдың ғинуарында ошо вазифаны биләгән һәм Франция президенты кандидаты булып бер нисә тапҡыр теркәлгән атаһы Жан Мари Ле Пендан һуң етәкселек итә башланы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий