вторник, 13 марта 2012 г.

Канада тәмәкеселәре тәмәке концерндары менән алыша.


Канадала ҙур суд процесы старт алды. Квебек провинцияһының 2 миллион самаһы тәмәкесеһе, һаулыҡтарына зыян килтергәндәре өсөн, тәмәке етештереүселәрҙән 27 миллиард доллар компенсация талап итә. Судҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙең уйынса, тәмәке тартыуҙың зыянын, эҙемтәләрен ҡулланыусыларҙан махсус рәүештә йәшергәндәр.
“Тәмәке һәм һаулыҡ” советы вәкиле дәғүәселәрҙең дәлилдәрен былай тип аңлата:
“Улар ауырыу кешеләр. Һәммәһенең проблемаһы бар, үҙҙәренең ғазаптары өсөн хаҡ, ғәҙеллек талап итә улар.”
Канадала өс төп тәмәке етештереүсегә дәғүә белдерелгән: Imperial Tobacco Canada, JTI -Macdonald һәм Rothmans Benson&Hedges. Тәмәке концерндарының юристары үҙ мәнфәғәттәрен ҡайғырта:

“Тәмәке тартыуҙы төрлө сәбәптәр арҡаһында кешеләр үҙҙәре һайлай, үҙҙәре ҡабул иткән ҡарар өсөн яуаплылыҡты ла улар үҙ өҫтәренә алырға тейеш.”

Ике дәғүә белдерелде: беренсеһе- тәмәке арҡаһында ҡаты ауырыуҙарға тарыған тәмәкеселәрҙән, икенсеһе- тартыуҙы ташлай алмағандарҙан. Һуңғыларының белдереүенсә, тәмәке концерндарының продукцияһы уларҙы бойондороҡло хәлгә ҡуйған. Киң ижтимағи резонанс алған тәмәке эше менән Квебек провинцияһының Юғары суды шөғөлләнә.







Комментариев нет:

Отправить комментарий