среда, 14 марта 2012 г.

Бельгия шаңҡып ҡалды.



Иртәнге хәбәрҙәр бөтә Бельгияны шаңҡытты.12 йәшлек 22 уҡыусы һәм өлкәндәрҙән 6 кеше көн элгәре кис Швейцарияла һәләк булған.
Балалар Альптағы Валь Данивье саңғы курортынан каникульдан Бельгия Фландрияһына ҡайтып килгән булған. Улар китеп барған автобус бөтә көсө менән Сиерр ҡалаһы янында туннелгә килеп бәрелгән һәм аҙаҡ уңға ҡаҡлыҡҡан. Ике водитель дә урынында йән биргән.
Уҡыусыларҙың автобустары каруан булып килгән, икәүһе имен- аман әйләнеп ҡайтҡан. Тән йәрәхәттәре алған 24 кешене вертолеттарҙа Лозанна һәм Берн клиникаларына килтергәндәр. Күптәре ауыр хәлдә. Туннелдә төнө буйы 200 ҡотҡарыусы эшләгән. Һәләкәт сәбәптәре әлегә билдәле түгел. Ошо мәлдәрҙә фажиғә булған урынға Бельгияның премьер- министры Элио Ди Рупо киләсәк. Фландрияла һәләк булғандарҙың һәм зыян күргәндәрҙең туғандары өсөн махсус авиарейстар әҙерләнә, уларҙы психологтар бригадаһы оҙатып йөрөйәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий