пятница, 2 марта 2012 г.

Нидерландыҙа эвтаназия буйынса хәрәкәтсән бригадалар барлыҡҡа килде.


Кесаҙнанан унда, махсус бригада саҡырып, һауығып булмаҫтай ҡаты ауырыуҙарҙан йонсоған, ғазапланған кешеләргә икенсе донъяға күсергә мөмкин буласаҡ. Ғүмерен врачтар ҡыйырға баҙнат итмәгән ҡаты ауырыуҙар был клиниканан “ярҙам” ала.
“Принципиаль сәбәптәр буйынса эвтаназиянан баш тартҡан врачтар бар. Иң һуңғы сиктә быны эшләргә ҡулы бармағандар ҙа күп. Судҡа саҡырып, аңлатма талап итеүҙәренән ҡурҡҡандар ҙа бар.”
Нидерландыҙа күп белгестәр бындай махсус эвтаназия хеҙмәтенең барлыҡҡа килеүе менән риза түгел, аллаға шөкөр. Уларҙың уйынса, бындай хеҙмәт һауыҡтырып була алырлыҡ кешеләрҙе лә теге донъяға оҙатыуы ихтимал.
“Миңә ҡалһа, эвтаназия -ауырыуҙы, уның һаулығын яҡшы белгән врач менән кәңәшләшә торған мәсьәлә.”
2002 йылда Нидерланды эвтаназия лелалләштерелгән тәүге ил булды. Шунан бирле бер нисә мең кеше ошо хоҡуҡ менән файҙаланды.
/Эвтаназия-ҡаты ауырыуҙарҙың үлемен тиҙләтеү/



Комментариев нет:

Отправить комментарий