пятница, 2 марта 2012 г.

Һайлау алдынан Рәсәйҙә тынлыҡ урынлашасаҡ.




Өлгөрмәгәндәр һуңланы: Рәсәй президенты кандидаттары бөгөн һуңғы тапҡыр һайлаусылар менән аралашасаҡ; марттың 2-һенән 3-өнә ҡарай төндән теләһә ниндәй агитацияны тыйыусы “тынлыҡ көнө” башланасаҡ.
Рәсәй президенты Дмитрий Медведев тамамланған һайлау алды кампанияһын халыҡтың әүҙемлеге йәһәтенән уникаль, тип иҫәпләй:
”Һайлау алды кампанияһы шуны күрһәтте: рәсәй йәмәғәтселеге үҫте, хәҙер ул властарға аныҡ талаптар ҡуя.”
Һайлауҙың тәүге һөҙөмтәләрен Үҙәк һайлау комиссияһы икенсе көндә үк, йәғни 5 мартта уҡ иғлан итәсәк. Һайлауҙарҙан рәсәйлеләр нимә көтә?
“Хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһы артыуын, йәштәргә –эш, ғөмүмән барыһы лә яҡшы булыуын теләйбеҙ,-”ти Мәскәү пенсионеры.
Мин пессимист та, оптимист та түгел, реалисмын. Ниндәйҙер етди үҙгәрештәр көтмәйем.”
Һайлау алды кампанияһы ғына түгел, 4 мартта үтәсәк һайлауҙар үҙҙәре лә төрлө йәһәттән уникаль булмаҡсы. Беренсе тапҡыр дәүләт башлығы 6 йылға һайлана. Ҡаршылыҡ акцияларының ҡырҡа артыуы сәбәпле, һайлауҙарҙа бик күп күҙәтеүселәр буласаҡ, һайлау участкалары веб- камералар менән йыһазландырыласаҡ.




Комментариев нет:

Отправить комментарий