пятница, 2 марта 2012 г.

Евроберләшмә илдәре пактҡа эйә булды.




Брюсселдәге ЕС саммитында еврозонаның яңы бюджет пактына ҡул ҡуйылды. Пактты раҫлауҙан ике ил генә баш тартты- Бөйөк Британия һәм Чехия.
Һүҙ Евроберләшмә илдәрен бурыс көрсөгөнән һаҡлап, еврозона һәм ЕС- тың финанс һәм банк баҙарын артабан тотоҡландырыуға йүнәлтелгән документ хаҡында бара.
Пакттың маҡсаты шундай: ЕС дәүләттәрен бюджет дисциплинаһының “алтын ҡағиҙә”һен үтәргә мәжбүр итеү, йәғни, илдең структуралы дефицит бюджете номиналь ВВП буйынса 0,5 проценттан артмаҫҡа тейеш. Дәүләт бурысы түбән кимәлдә булған илдәр өсөн ул арттырылырға мөмкин. ЕС дәүләттәренең дөйөм бурысы ВВП буйынса 60 проценттан артмаҫҡа тейеш.
Бюджет дефициты һәм дәүләт бурысы кимәлен Еврокомиссия тикшереп торасаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий