понедельник, 5 марта 2012 г.

Оппозиция ҡаршылыҡ акцияларына әҙерләнә, Михаил Прохоров- судҡа.


Рәсәй президенты посына бер нисә кандидат тауыштарҙың дөрөҫ иҫәпләнеүенә шикләнә һәм судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына. Финишҡа икенсе булып килгән коммунистар лидеры Геннадий Зюганов тауыш биреү һөҙөмтәләрен танымауын һәм һайлауҙың законлы түгел икәнен белдерҙе.
“Бурҙарса, бөтөнләй ғәҙел булмаған һайлауҙарҙан граждандарҙың иғтибарын ситкә йүнәлтеү өсөн беҙгә ай ярымға яҡын веб- камералар күрһәттеләр. Кандидат булараҡ мин уларҙы ғәҙел, намыҫлы тип ҡабул итә алмайым,-”тине ул.
Бойондороҡһоҙ кандидат Михаил Прохоров йыйылған тауыштар буйынса өсөнсө урынға сыҡты. Матбуғат конференцияһында ул һайлауҙар барышында үҙенең яҡлылар билдәләгән закон боҙоуҙарға туҡталды:
“Беҙ 4 000 тәртип боҙоуҙы теркәнек, Санкт- Петербург һәм Мәскәү өлкәһендә хәлдәр айырыуса насар. Беҙ бөтә законһыҙлыҡтарҙы ла теркәнек, судҡа мөрәжәғәт итер өсөн мәғлүмәттәрҙе йыйнап бирәсәкбеҙ.”
Оппозицион хәрәкәттәр ҙә ҡаршылыҡ акцияларына сығырға әҙерләнә. Уларҙың активистары күҙәтеү камералары теркәгән тәртипһеҙлектәре журналистарға күрһәтә.
“Беҙ тыныс ҡаршылыҡ акциялары яҡлы, күмәк акциялар яҡлы,- ти Илья Яшин.-Беҙ- тыныс халыҡ, тыныс һәм цивилизациялы рәүештә авторитар режимды демократлаштырыуға йөҙ тотасаҡбыҙ.”
Оппозиция фекеренсә, ҡаршылыҡ хәрәкәте үҫешәсәк. Бөгөн үк манифестация булыуы көтөлә. Уны ойоштороусылар иҫәпләүенсә, кешеләр һаны парламент һайлауҙарынан һуң сыҡҡан халыҡтан кәм булмаясаҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий