понедельник, 5 марта 2012 г.

Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Путиндың еңеүен раҫланы.




Влдадимир Путин Рәсәй президенты һайлауҙарының тәүге турында ышаныслы еңеү яуланы. Бөгөн матбуғат конференцияһында Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Владимир Чуров, һайлауҙың тәүге һөҙөмтәләренә нигеҙләнеп, быны раҫланы. Көнэлгәре кис Путин идара итеүсе дәүләт башлығы Дмитрий Медведев менән Манеж майҙанындағы күп меңлек митингыла үҙҙәре яҡлыларҙы сәләмләне.

“Беҙҙең кешеләр яңылыҡҡа, үҙгәрештәргә булған ынтылышты алдарына бер генә маҡсат- Рәсәй дәүләтселеген емереү, власты тартып алыуҙы ҡуйған сәйәси провакацияларҙан айыра белеүен күрһәтте.”

Владимир Путиндың тәүге турҙа уҡ еңеүе көтөлмәгән хәл булманы. Байтаҡ аналитиктарҙың һәм шулай уҡ оппозицияның фекере буйынса, икенсе нәмә көтөлмәгәнсәрәк булды: уға бирелгән тауыштарҙың күләме.

 Владимир Чуров: “Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, протоколдарҙың 99 процентын тикшергәндән һуң, шул асыҡланды: В.В.Путин һайлаусыларҙың 45 миллион 109 мең тауышын йыйҙы, йәғни һайлауға килеүселәрҙең 63,75 процентын.”

Манеж майҙанындағы сығышынан һуң, Владимир Путин штабына китте һәм үҙенә теләктәшлек белдереүселәр менән, айырым алғанда, Түбәнге Тагил эшселәре менән аралашты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий