АҠШ Израилде Иранға
ҡарата хәрби көс ҡулланыуҙан тыйылып торорға саҡыра, дөрөҫөрәге Ирандың хәрби
объекттарына ҡарата. Был хаҡта Барак Обама йыл һайын уҙғарыла торған Америка-
Израиль ижтимағи мөнәсәбәттәре комитетында һәм йәһүд дәүләтенең премьер-
министры Биньямин Нетаньяху менән һөйләшеү алдынан белдерҙе.
“Израилдең
хәүефһеҙлеге, Американың хәүефһеҙлеге, Ерҙәге тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек өсөн
хәҙер көс ҡулланыу кәрәкмәй. Иранға баҫым яһау һәм беҙ төҙөгән халыҡ- ара
коалицияның эшмәкәрлеген яҡлау өсөн ваҡыт бар әле,-”тине Обама.
Шул уҡ ваҡытта Аҡ йорт
хужаһы конференцияла ҡатнашыусыларҙы Иранда ядро ҡоралын булдырмау өсөн бөтәһен
дә эшләйәсәгенә ышандырҙы.
Үҙенең яуап һүҙендә
Израиль президенты Шимон Перес былай тине:
“Беҙҙең өсөн тыныслыҡ
үҙәктә тора. Әммә беҙҙе көс ҡулланырға мәжбүр итәләр, ышанығыҙ, беҙ еңәсәкбеҙ.”
АҠШ фекеренсә, Израиль
һөжүме янауы арҡаһында, Иран нефткә хаҡтарҙы күтәрә, был уға ядро программаһын
финансларға мөмкинлек бирә. Халыҡ- ара санкцияларҙың көсәйеүенә ҡарамаҫтан,
Таһран, ядро программаһының тыныс характерҙа булыуын баҫым өҫтөнә алып, был
өлкәләге эшмәкәрлеген киңәйтә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий