четверг, 8 марта 2012 г.

Германияның көнбайышы эш ташланы.




“Аҡса бирегеҙ!”-тип һөрән һала Германияның көнбайышындағы йәштәр, дәүләт секторы хеҙмәткәрҙәре һәм профзоюз ағзалары. Урындағы властарға теләктәрен еткерер өсөн, шаршамбы көн бер нисә мең кеше эшкә сыҡманы. Улар эш хаҡтарының түбәнлегенә ҡаршы протест маршы ойошторҙолар һәм уны айына 200 евроға ҡәҙәр булһа ла арттырыуҙы талап итәләр.
Демонстрацияла ҡатнашыусылар һөйләй:
“Беҙ асыулы, сөнки бер туҡтауһыҙ эшләйбеҙ, хәҙер, хеҙмәткәрҙәр етмәй башлағас, тағы ла күберәк эшләргә мәжбүрбеҙ. Исмаһам эшебеҙгә ҡарап түләһендәр ине.”
“Ябай хеҙмәткәрҙәр ул аҡсаларҙы күрмәй, улар власть башында торғандарҙың кеҫәһендә. Мин быға ҡаршы.”
Эш ташлау арҡаһында Дортмунд һәм Штутгарттың ҡәҙимге тормошо туҡтап ҡалды. Бында балалар баҡсалары, дауаханалар, китапханалар, театрҙар һәм бассейндар эшләмәй, урам һепереүселәр сүп- сарҙы йыйыштырмай. Ҡайһы бер урындарҙа автобус һәм трамвай йөрөтөүселәр ҙә эш ташланы. Юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килде: эшкә барыр өсөн кешеләргә үҙ машиналарына ултырырға тура килде.
Германияла ҡаршылыҡ акциялары аҙна аҙағына саҡлы һуҙылыр, тип көтөлә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий